НЕВОЛИН Аркадий Иванович (20.9. 1940, Златоуст ҡ.), инженер-механик. БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1981). Магнитогорск тау-металлургия ин‑тын тамамлаған (1973). 1963—96 йй. Белорет металлургия комб‑тында эшләй: вальце-токарь, 1971 й. алып слесарь, 1974 й. — цех нач. ярҙамсыһы. Н. ҡатнашлығында 150‑се прокатлау станының айырым быуындары камиллаштырыла. Әл-Хәжәр металлургия комб‑тында 150‑се прокатлау станын үҙләштереүҙә ҡатнаша (Алжир, 1981). 6 уйлап табыу авторы. БАССР МС‑ы пр. лауреаты (1985). 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика