НАФИҠОВ Ғәлимйән Харис улы [6.12.1938, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Ҡандракүл а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 28.7.2011, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1973). 1958 й. алып “Востокнефтепроводстрой” тресында эшләй: изолировщик, таҙартыу машинаһы машинисы, торба һалыукраны машинисы, 1964 й. алып бри‑ гадир, 1967 й. — прораб. 1979 й. башлап “Нефтепроводмонтаж” тресында: 1982 й. — идаралыҡ нач. урынбаҫары, 1989— 93 йй. начальнигы. “Дуҫлыҡ”, Бохара—Урал, Усть-Ба‑ лык—Омск, Усть-Балык—Ҡурған— Өфө—Әлмәт һ.б. магистраль үткәргес торбалар төҙөүҙә ҡатнаша. Ленин (1964, 1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Ғ.Фәрхетдинова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика