НАСИПОВ Ирек Ишбулды улы (27.2. 1955, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Үрге Башҡорт Һаҙы а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Үрге Һаҙ а.), инженер‑механик, полковник (1994). РФ‑тың почётлы тимер юлсыһы (1995), РФ‑тың почётлы төҙөүсеһе (1997). Төмән индустриаль ин‑тын (1978), Тыл һәм транспорт хәрби акад. (С.‑Петербург, 1993) тамамлаған. 1980 й. алып РФ Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә, 2000 й. — Ярославль ҡ. мэрияһының транспорт һәм элемтә ком‑ты рәйесе, 2008— 2014 йй. “ЯрЦентрАвто” ЯСЙ дир. (Ярославль). Фән һәм техника өлкәһендә РФ Хөкүмәте пр. лауреаты (2000). Ҡыҙыл Йондоҙ (1990), “Хәрби өлкәлә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (1997) орд. м‑н бүләкләнгән. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Яндекс.Метрика