“НАДЕЖДА” Баҡалы производство комбинаты. Урын-ер ҡаралдыһы һәм махсус кейем тегеү, мебель, ағас-таҡта, быйма етештереү м‑н шөғөлләнгән; халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәткән. 1932 й. Баҡалы район сәнәғәт комб‑ты булараҡ ойошторола, 1975 й. алып “Радуга" Башҡ‑н производство комб‑ты филиалы, 1999 й. — Баҡалы етештереү комб‑ты, 2000 й. — “Н." МУП‑ы, 2006 й. ябыла. Составына мебель, быйма баҫыу, тегеү, аяҡ кейеме, көнкүреш техникаһы, сәғәт йүнәтеү һ.б. цехтар ингән. 1999 й. 146 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.