АРЕФЬЕВА Нина Алексеевна (28.3.1941, Рыбинск ҡ.), оториноларинголог. Мед. ф. д‑ры (1991), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. табибы (1997), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1988). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй (1992 й. алып оториноларингология каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре иммунология проблемаларына, риносинуситты дауалау һәм иҫкәртеү алымдарын эшләүгә арналған. А. ринологик ауырыуҙарҙың иммунологик боҙолоуҙар һөҙөмтәһе булыуы т‑да концепция тәҡдим итә; танау һәм танау ҡыуышлыҡтары ауырыуҙарын консерватив дауалау алымдарын эшләй. 460‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 16 уйлап табыу авторы. БР Оториноларингологтар ассоциацияһы (1990 й. алып), Рәсәй ринологтар йәмғиәте (1998—2003) президенты.

Хеҙм.: Иммуноцитологические исследования в ринологии. Уфа, 2002; Клинические лекции по оториноларингологии. Уфа, 2006; Оториноларингология: национальное руководство. М., 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018