МУСИН Әмир Шәғәли улы (5.7. 1937, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Түб. Һаҙ а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1980). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1977), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1974). 1957—98 йй. “Уфанефтехим” ААЙ‑нда эшләй: оператор ярҙамсыһы, оператор, өлкән оператор, 1988 й. алып ҡулайламалар нач., 1997 й. — Ветерандар советы рәйесе. Ленин (1980), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында М. исеме менән урам аталған. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке