МУРАХТИНА Нина Петровна [11.10. 1923, БАССРҙың Стәрлетамаҡ кантоны Скворчиха а. (БРҙың Ишембай рны) — 14.7.1989, Силәбе ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). 1950 й. алып Силәбелә эшләй: 5се икмәк здында, 1978—80 йй. 3сө ПТУның производствоға өйрәтеү мастеры. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) орд. мн бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Хлебная профессия. Челябинск, 1983. 

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке