МӨЛӨКОВ Ғәлинур Мөхәррәм улы (1.11.1949, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Яңы Ҡарамалы а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2001), проф. (2005). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1992), РФ‑тың почётлы төҙөүсеһе (1999). БАХИ‑ны (1972), Свердловск Юғары партия мәктәбен (1986) тамамлаған. 1972 й. алып Ауырғазы р‑нында: “Ауырғазы” к‑зының баш инженеры, 1977 й. башлап “Сельхозтехника” район берекмәһе идарасыһы, 1982 й. — КПСС‑тың район ком‑ты секретары; 1985 й. алып КПСС‑тың Стәрлебаш район ком‑тының 1‑се секретары; 1990 й. — КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары; 1991—2007 йй. — “Башсельстрой” ААЙ‑ның ген. директоры. Фәнни эшмәкәрлеге баҙар иҡтисады шарттарында ауыл төҙөлөшө проблемаларына, агросәнәғәт төҙөлөшөндә лизингыны эффектив ҡулланыу мәсьәләләренә арналған. 25 фәнни хеҙмәт авторы. БР ЮС‑ының 12‑се һәм БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1‑се саҡырылыш депутаты. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1981).

Х е ҙ м.: Организационно‑экономические проблемы развития сельского строительного комплекса Республики Башкортостан. Уфа, 1998; Лизинг. Уфа, 2000; Повышение эффективности сельского строительства в условиях рыночных преобразований. Уфа, 2005. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке