МӨХӘМӘТЙӘРОВ Альфред Муллағәли улы (23.1.1935, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а.), иҡтисадсы. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), иҡт. ф. д‑ры (1984), проф. (1986). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1957) Өфөлә 100‑сө почта йәшниге конструкторы булып эшләй, 1962—63 йй. ӨПЭЗ мастеры, инженеры. 1966 й. алып Бөтә союз плёнкалы материалдар һәм яһалма күн ҒТИ‑нда (Мәскәү) бүлек мөдире. 1973 й. башлап Г.В.Плеханов ис. Мәскәү халыҡ хужалығы ин‑тында уҡыта. 1987 й. алып ӨДАТУ‑ла (2003 й. тиклем финанс һәм иҡт. анализ каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2005—11 йй. Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. һәм 1992—97 йй. Соц. иҡт. тикшеренеүҙәр ин‑тында дир. урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре сәнәғәт продукцияһы яңырыуының ойоштороу-иҡт. мәсьәләләренә һәм етештереүҙе структур яҡтан үҙгәртеүгә, ғилми-тикшеренеү һәм тәж.- конструкторлыҡ эштәрен ойоштороуға, инновация процесына идара итеүгә, төбәктең һәм тармаҡтың фәнни потенциалына арналған. 170‑кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Инновационный менеджмент. М., 2004; Малый инновационный бизнес. Уфа, 2006; Управление инновационными процессами в промышленности. Уфа, 2007.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке