МӨХӘМӘТДИНОВА Сәғиҙә Хашим ҡыҙы (25.9.1931, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Йөйәк а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1982). 1947—49 йй. һәм 1951—84 йй. Белорет металлургия комб‑тында, 1949—51 йй. Харцыз ҡорос сым-арҡан з‑дында (Донецк өлк.) арҡан ишеү б‑са машинист булып эшләй, 1984—95 йй. 25‑се юғары ПУ‑ның производствоға өйрәтеү мастеры (Белорет ҡ.). Ленин (1971, 1981), Окт. Революцияһы (1974), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м-н бүләкләнгән. 25‑се Белорет лицейы бинаһына М. хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке