МӨҺИМ ОРГАНИК СИНТЕЗ ПРОДУКТТАРЫ ЕТЕШТЕРЕҮ, синтетик спирттар, фенол, ацетон, органик кислоталар, альдегидтар, кетондар, синтетик йыуыу саралары һәм углеводород сеймалынан органик синтездың башҡа продукттарын эшләп сығарыу б‑са нефтехимия сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. үҫешә башлай. 2004 й. тармаҡта 24 пр‑тие һәм производство, ш. иҫ. “Авангард”, “Каустик”, Өфө нефть эшкәртеү заводы, “Салаватнефтеоргсинтез” (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”), Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы, “Уфанефтехим”, “Уфаоргсинтез”, “Уфахимпром”, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы эшләгән. БР нефтехимия сәнәғәте етештереү күләменең 56,2%-ы тармаҡ өлөшөнә тура килә (2004). Башҡортостан Рәсәйҙә синтетик глицериндың һәм гуттаперчаның берҙән‑бер етештереүсеһе; изобутил һәм бутил спирттары етештереүселәренең иң эреһе (46,2%) булып тора. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла. Продукция етештереү динамикаһын табл. ҡарағыҙ.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Башҡортостанда мөһим органик синтез продукттары етештереү динамикаһы, мең т

 

1970

1980

1990

2000

2010

Бутил һәм изобутил спирттар

42

68

216

137

Синтетик майлы кислоталар

37

52

43

23

Ацетон

32

97

89

44

Ангидридфталь

12

21

22

11

Бензол

34

54

171

175

Этилбензол

58

98

Синтетик һәм ташкүмерле фенол

50

154

143

71

Пропилен

49

147

262

257

226

Этилен

72

329

527

389

323

Синтетик йыуыу саралары

55

33

21