АРЕКЕЕВ Александр Викторович (10.4.1982, Ижевск), спортсы. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). Ижевск ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.В.Харин). 1997 й. алып “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәгендә күнегеүҙәр ала (тренеры Р.Н.Латипов). Шәхси ярышта Рәсәй чемпионатының (2000, 2010) бронза призёры. Күмәк ярышта Рәсәй кубогын яулаусы (2010), донъя чемпионатының бронза призёры (2000), үҫмер спортсылар араһында Донъя кубогы этабы (2000), “Тоскана кубогы”, “Луиджиана кубогы” халыҡ-ара ярыштары (1999) еңеүсеһе; “Паганези трофейы” (1999) һәм “Тиррено-Адриатико” (2007) халыҡ-ара ярыштары этабы еңеүсеһе. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2000 й. алып).

У.Ғ.Ямғыров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке