МОЧАЛОВ Александр Николаевич (24.10.1921, Иваново-Вознесенск губ. Игнатцево а. — 16.7.2003, Өфө), инженер-механик. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1979). ӨАИ‑ны тамамлаған (1957). 1941— 63 йй. һәм 1966—92 йй. ӨМЭПБ‑ла эшләй: конструктор, 1948 й. алып төркөм нач., 1954 й. — цех нач. урынбаҫары, 1956 й. — цех нач., 1958 й. — баш технолог урынбаҫары, 1966 й. — баш инженер, 1980 й. — Өфө автомобиль моторҙары з‑ды дир., 1983 й. — бүлек нач. урынбаҫары, өлкән инженер; 1963—66 йй. ӨМЭЗ‑дең партия ком‑ты секретары. М. ҡатнашлығында 20‑нән ашыу яңы авиация двигателен сығарыу өсөн техник һәм ойоштороу йәһәтенән ҙур эш башҡарыла, производствоны техник яҡтан яңынан йыһазландырыу, сығарылған әйберҙәрҙең сифатын күтәреү б‑са саралар комплексы эшләнә. 10‑ға яҡын уйлап табыу авторы. Ленин (1971), Окт. Революцияһы (1976), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Халыҡтар дуҫлығы (1980) орд. м‑н бүләкләнгән. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке