“МОТОР” ғ и л м и - п р о и з в о д с т в о  п р е д п р и я т и е һ ы, ААЙ. Истребителдәр һәм штурм авиацияһы, пилотһыҙ осоусы аппараттар өсөн авиация газ турбиналы двигателдәрен, ер өҫтө газ турбиналы энергетик ҡоролмаларҙы проектлау, эшләү һәм етештереү мн шөғөлләнә, авиация технологияһы базаһындағы ТЭЦ һәм ҡаҙанлыҡтарҙың энергетик ҡорамалдарын модернизациялауҙы башҡара. Өфөлә урынлашҡан. Составына конструкторҙар һәм экспериментальтикшеренеү бүлектәре, тәжрибә зды, һынау цехы инә. Продукцияны ҡулланыусылар — Хәрби һауа көстәре, Хәрби диңгеҙ флоты, БР һәм РФтың башҡа төбәктәренең, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең машина эшләүһәм энергетика комплекстары пртиелары. 1955 й. СССР Авиация сәнәғәте министрлығының 26сы тәжрибә КБ булараҡ ойошторола, 1956 й. алып 100сө Почта йәшниге ойошмаһы, 1966 й. — “Союз” Өфө машиналар эшләү КБ, 1975 й. — ӨМЭЗ эргәһендәге КБ, 1982 й. —Өфө машиналар эшләү КБ, 1989 й. — “М.” ҒПБ, 1991 й. — “М.” ҒПП, 2000 й. башлап ФДУП, 2009 й. хәҙ. статусын ала. “М.” тарафынан авиация двигателдәре һәм уларҙың модернизацияларының 70 төрө сығарылған. 16000дән ашыу двигатель: МиГ21, Су15 истребителдәре өсөн Р13300, Р13Ф300, Р25300; Су25, Су39 штурмовиктары өсөн Р95Ш, Р195, ш. уҡ диңгеҙҙә урынлашҡан “Базальт” һәм “Гранит” ракета ҡоралдары комплекстарының ҡанатлы ракеталары өсөн КР17300, КР21300 маршлы двигателдәре; РД33, АЛ-41Ф, АЛ55И двигателдәре өсөн юғары сағыштырма параметрлы вентилятор модулдәре етештерелгән. Респ. энергетикаһына 8 МВт ҡеүәтле ГТЭ10/95 газ турбиналы ҡулайламалар, 50нән 400гә тиклем кВт ҡеүәтле гидротурбиналар (ҡара: Гидравлик двигатель), ТЭЦтарҙың тоташтырыу һәм көйләү арматураһы өсөн деталдәр һәм узелдар эшләүғәмәлгә индерелгән. Пртие Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. мн бүләкләнгән (1984). Пртие мн Ю.С.Алексеев, С.А.Гаврилов, Х.С.Ғүмәров, А.Ф.Иваха, Ю.А.Козеев, А.А.Рыжов, А.А.Саркисов, В.Н.Сорокин, Д.И. Стружинский һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке