МОСТООТРЯД №30, “Уралмостострой” ЯАЙ филиалы. Класһыҙ күперҙәр, юл күперҙәре, терәү стеналары, причалдар, яр буйы нығытмалары, ер аҫты үткәүелдәре төҙөү, тәрәнгә һалынған фундаменттар ҡороу эштәрен башҡара. Өфөлә урынлашҡан. Составына төҙөлөш участкалары, етештереү базаһы һ.б. инә. 2012 й. 580 кеше эшләгән. 1942 й. һуғыш ваҡытында емерелгән күперҙәрҙе йүнәтеү өсөн 14‑се Хәрби‑йүнәтеү поезы булараҡ Новосибирск ҡ. ойошторола, 1949 й. алып Өфөлә, 1950 й. 414‑се Мостопоезд тип үҙгәртелә, 1959 й. башлап “4‑се Мостострой” (хәҙ. “Уралмостострой”) Урал бассейнының Күперҙәр төҙөү идаралығы составында, 1971 й. хәҙ. исемен, 1992 й. хәҙ. статусын ала. Республикала пр‑тие тарафынан ҙур һәм бәләкәй 660 автоюл күпере, 139 т. юл күпере, 63 юл күпере, йәйәүлеләр өсөн т. юлдар аша 15 үткәүел күпере, 4 ер аҫты үткәүеле һ.б. төҙөлә. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.