МОРАТОВ Ғәйнетдин Ғабдрахман улы [20.11.1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аблай а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 6.6.1986, Өфө], Соц. Хеҙмәт геройы (1959). 1934—36 йй. Ағиҙел йылға пароходсылығының судно механигы. 1938 й. алып Тымыҡ океан пароходсылығының “Давыдов” боҙватҡысында механик. 1939 й. башлап Өфө НЭЗ‑ында эшләй: 1941 й. ҡулайлама инженеры, 1949 й. — ҡулайлама нач. вазифаһын башҡара, 1950 й. башлап һәм 1954 й. ҡулайламаның өлкән операторы, 1951 й. алып катализаторҙар ф‑каһы мастеры, 1953 й. — цех инженеры. 1954—64 йй. Яңы Өфө НЭЗ‑ының өлкән операторы. 1944—45 йй. АҠШ‑та командировкала була. Ленин (1959), “Почёт Билдәһе” (1942) орд. м‑н бүләкләнгән. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке