МОНОПОЛИЯ (моно... һәм pōleјō — һатам), 1) дәүләткә, пр-тиеға, ойошмаға, физик шәхескә ниндәйҙер эшмәкәрлек алып барыуға бирелгән айырым хоҡуҡ; 2) билдәле бер тауар йәки хеҙмәт күрһәтеү баҙарында өҫтөнлөк иткән эре компаниялар, уларҙың берләшмәләре. М. өс төргә айыралар: ябыҡ (юридик тыйыуҙар һәм сикләүҙәр ярҙамында конкуренциянан яҡланған), тәбиғи (конкуренцияның булмауына продукттың уникаллеге сәбәп булған), асыҡ (конкуренциялы көрәш йәки яңы баҙар асылыу һөҙөмтәһендә бер генә фирма тауарҙы етештереүсе һәм һатыусы булып китә). М. производствоны туплауға булышлыҡ итә, инновациялар өсөн киң мөмкинлектәр аса, фәнни- техник прогресҡа булышлыҡ итә. Икенсе яҡтан, конкуренцияның булмауы иҡтисадта торғонлоҡҡа, етештереү һөҙөмтәлелегенең түбәнәйеүенә, тауар ҡытлығына килтереүе мөмкин һәм етештереүсегә конкуренция баҙарындағы хаҡҡа ҡарағанда күпкә артығыраҡ хаҡ ҡуйырға юл ҡуя. СССР-ҙың команда-адм. иҡтисады М. үҙенсәлекле була. 20 б. 90-сы йй. иҡтисади реформалар иҡтисадта монополияны сикләүгә булышлыҡ итә. Монополизмды һәм иҡтисадта өҫтөнлөктө артыҡ файҙаланыуҙы сикләү юлы м-н конкуренцияны һаҡлау өсөн РФ-та монополияға ҡаршы закондар ҡабул ителгән, Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт булдырылған (ҡара: Монополияға ҡаршы сәйәсәт). 2013 й. БР б-са Федераль монополияға ҡаршы хеҙмәт идаралығы тарафынан билдәле бер тауар баҙарында өлөшө 35%-тан артҡан 136 хужалыҡ итеүсе субъект асыҡланған, БР-ҙың 5 пр-тиеһы РФ-та билдәле бер тауар баҙарында өҫтөнлөк итә (ҡара: табл.).

Т.Х.Гәрәев

Тәрж.Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Рәсәй Федерацияһында билдәле бер тауар баҙарында өлөшө 35%-тан артҡан Башҡортостан Республикаһы хужалыҡ итеүсе субъекттарының реестры (2012)

Предприятие

Продукция

“Газпром Нефтехим Салават”

бутил спирты

“Сода”

кальцинирланған сода

Туймазы автобетоновоздар заводы

Автоматик бетон бутағыстар, автоматик бетон насостар

Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы

резина кәмәләр

“БашВолготанкер” судносылыҡ компанияһы

йылға судноларында нефть һәм нефть продукттары ташыу б-са хеҙмәт күрһәтеү

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.