“МОНОЛИТСТРОЙ”, төрлө тәғәйенләнешле монолит биналар һәм ҡоролмалар төҙөү пр‑тиеһы. 1989 й. Өфөнөң Үҙәк эксперименталь механика оҫтаханалары, Эксперименталь механика з‑ды һәм тимер-бетон изделиелар һәм төҙөлөш деталдәре етештереү з‑ды базаһында Өфө эксперименталь ҡорамалдар һәм төҙөлөш конструкциялары комб‑ты булараҡ ойошторола; 1993 й. алып “М.” дәүләт пр‑тиеһы, 1995 й. — ААЙ, 2005 й. ябыла. Составына төҙөлөш, металл конструкциялар, тимер-бетон изделиелар цехтары ингән. Пр‑тие йыйылма тимер-бетон конструкциялар, төҙөлөш материалдары, иретеп йәбештерелгән металл конструкциялар, стандарт булмаған ҡорамалдар, алынмалы йөк ташыу яйланмалары етештергән. Төп заказсылары: “Уфанефтехим” ААЙ, Торлаҡ төҙөлөшө фонды. 1992— 2000 йй. пр‑тие тарафынан 5 күп ҡатлы монолит бина һ.б. объекттар төҙөлгән.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.