МОДА ҮҘӘГЕ. Кейем, көнкүреш һәм спорт изделиелары моделдәре эшләгән һәм етештергән. 1962 й. Яңы Өфө тегеү ф‑каһының (ҡара: “Мир”) моделдәр әҙерләү цехы булараҡ ойошторола, 1963 й. алып Өфө моделдәр йорто, 1996 й. — Респ. мода үҙәге, 1998 й. — дәүләт пр‑тиеһы, 2001 й. — ДУП, 2004 й. — ААЙ, 2005 й. ябыла. Составына лекало, еңел күлдәк, өҫ кейеме, апробация цехтары; ижад лаб., мәғлүмәт бюроһы ингән. “Модул движи” матурлыҡ мәктәбе булған, “Мюллер һәм уның улы” немец методикаһы б‑са кейемдең һыҙмаһын әҙерләү курстары ойошторған. 2004 й. 80 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.