“МИЯКИМОЛЗАВОД”, ААЙ. Айыртылмаған һөт продукцияһы, мал майы, киптерелгән һөт етештерә. Составына һөт ҡабул итеү һәм айыртыу, айыртылмаған һөт продукцияһы, киптереү, май цехтары һ.б. инә. 2012 й. 193 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1963 й. ойошторола, 1965 й. Миәкә киптерелгән айыртылған һөт з‑ды булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1994 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке