МИХЕЛЁВ Борис Андреевич [20.7. 1921, АСБР‑ҙың Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны Ермолаевка а. (хәҙ. БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 8.3.2005, Ғафури р‑ны Красноусол а.], хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡаҙаҡ химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (Чимкент ҡ., 1951) Красноусол быяла з‑дында эшләй: смена нач., 1953 й. алып бүлек нач., 1957 й. — баш инженер, 1962 й. — дир., 1982—91 йй. граждандар оборонаһы б‑са инженер. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1968), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942, 1945) орд. м‑н бүләкләнгән. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.