МИХАЙЛОВ Дмитрий Иванович [7.11.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Шаран а. (БР‑ҙың Шаран р‑ны)], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). РСФСР‑ҙың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1980), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940— 41 йй. “Туймазабурнефть” тресында быраулаусы, 1946 й. — быраулау мастеры; 1966 й. башлап Яңауыл район быраулау эштәре идаралығы нач., 1976—84 йй. Өфө быраулау эштәре идаралығы нач. урынбаҫары. Ҡытай Халыҡ Респ. (1951—54 йй., 1956—57 йй.) һәм Францияла (1958) тәрән скважиналар быраулау б‑са консультант. РСФСР ЮС‑ының 6‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1966), Окт. Революцияһы (1971), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. 

Н.М.Ризуанов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.