МИРКО Павел Дмитриевич (17.4. 1901, Киев губ. Геническ ҡ. — 25.1.1978, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1949). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1967). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү инженерлыҡ-иҡт. ин‑тын (1932) һәм Үҙәк Союздың Юғары пед. ғәмәли иҡт. һәм тауар өйрәнеү ғилеме ин‑тын (Мәскәү, 1935) тамамлаған. 1922 й. алып Мелитополь, Мерв, Аҡмола, Ҡараҡул ҡҡ. эшләй; 1933 й. башлап Өфөлә уҡыта: 1935—37 йй. — Башҡ‑н юғары коммунистик а.х. мәктәбендә, 1941 й. алып Өфө авиация техникумында, 1942—43 йй. һәм 1945—76 йй. — ӨАИ‑ла (1942—43 йй. һәм 1949— 67 йй. пр‑тиеларҙы ойоштороу һәм планлаштырыу каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1960—62 йй. ғилми-тикшеренеү лаб. етәксеһе), 1944—49 йй. — БАХИ‑ла. Фәнни тикшеренеүҙәре иҡт., производствоны планлаштырыу, ойоштороу, пр‑тиеларҙың хужалыҡ эшмәкәрлеген һәм сәнәғәт продукцияһының үҙҡиммәтен анализлау мәсьәләләренә арналған. 40‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Пути улучшения технико-экономических показателей завода. Уфа, 1960; Развитие промышленности СССР. Уфа, 1961; Специализация производства инструмента на машиностроительных предприятиях БАССР. Уфа, 1964. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.