“МИР” Б а ш ҡ о р т о с т а н с ә н ә ғ ә т - с а у ҙ а т е г е ү ф и р м а һ ы. Ҡатын-ҡыҙ, ирҙәр һәм балалар өҫкө кейеменең 35 төрө (пальто, ҡыҫҡа пальто, плащ, куртка, костюмдар) тегелгән. 1953 й. ойошторола, 1960 й. Яңы Өфө тегеү ф‑каһы булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1963 й. алып “М.” тегеү ПБ, 1966 й. — “М.” Өфө тегеү фирмаһы, 1975 й. — “М.” Өфө производство тегеү берекмәһе, 1989 й. — Башҡ‑н сәнәғәт-сауҙа тегеү берекмәһе, 1990 й. — “М.” Башҡ‑н сәнәғәт- сауҙа тегеү фирмаһы, 1991 й. — ЯАЙ, 2002 й. — ААЙ, 2009 й. ябыла. Составына әҙерләү, бесеү, тегеү һ.б. цехтар ингән. 2004 й. 110 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, яҡын сит илдәрҙә һатылған. Пр‑тие м‑н Н.М.Горбушина һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.