МИҢГӘРӘЕВ Рәфхәт Шаһимәрҙән улы (3.10.1917, Дәүләкән ҡ. — 24.10. 1990, Мәскәү), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1970), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1977). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлағандан һуң (1941) 1943 й. тиклем “Калининнефть” тресында (Үзбәк ССР‑ы) эшләй; 1945 й. алып “Татнефть” ПБ‑ның нефть промыслаларында: 1951 й. башлап “Татбурнефть” быраулау тресы контораһы дир., 1952 й. — “Бавлынефть” тресы идарасыһы, 1955 й. — “Альметьевнефть” нефть промыслаһы идаралығы нач., 1956—57 йй. баш инженер, 1963—65 йй. — нач.; 1957 й. алып һәм 1960—63 йй. Татарстан ХХС‑ы Нефть сәнәғәте идаралығы нач., 1965 й. — СССР‑ҙың нефть сәнәғәте министры урынбаҫары, 1974—86 йй. Бөтә Союз нефть һәм газ сәнәғәтен ойоштороу, идара итеү һәм иҡтисад ҒТИ‑нда (Мәскәү): дир., 1985 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. ТАССР ЮС‑ының 5—6‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин пр. (1962), И.М.Губкин ис. пр. (1983) лауреаты. Ленин (1960), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1966, 1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Эксплуатация месторождений битумов и горючих сланцев. М., 1980 (авторҙ.); Технический прогресс в нефтяной промышленности. М., 1981.

Әҙәб.: И с а к о в и ч Р.Я., И в а н о в а М.М., Г р а й ф е р В.И. Рафхат Шагимарданович Мингареев. М., 1998.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке