“МИНУДОБРЕНИЯ”, фосфорлы һәм азотлы минераль ашламалар, мал аҙығы өсөн минераль өҫтәмәләр, органик булмаған кислоталар һ.б. эшләп сығарыу пр‑тиеһы. 1972 й. Мәләүез химия з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1‑се сираты — 1975 й., 2‑сеһе — 1983 й., 3‑сөһө 1985 й.

“Минудобрения” ААЙ сафҡа индерелә. 1991 й. алып “М.” ПБ, 1993 й. — ААЙ, 2005 й. ябыла. Составына мал аҙығы преципитаты (1975 й. ойошторолған), ике көкөрт кислотаһы цехы (1976, 1982), фосфор кислотаһы һәм кремний фторлы натрий (1981), ҡушма ашламалар (1982) цехтары; азот кислотаһы (1982), аммиак селитраһы (1985), шыйыҡ комплекслы ашламалар (1988) етештереү цехтары ингән. Пр‑тиела мал аҙығы преципитаты; техник көкөрт, экстракцион фосфор, концентрацияланмаған азот к‑талары; ҡушма минераль, азотлы‑фосфорлы‑калийлы, комплекслы органик‑минераль һәм шыйыҡ ашламалар; аммиак селитраһы, кремний фторлы натрий, коррозия ингибиторҙары, фосфогипс етештерелгән. 2005 й. 2549 кеше эшләгән. Продукцияны ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең ауыл хужалығы, ҡара һәм төҫлө металлургия, химия, нефтехимия, оборона һ.б. пр‑тиелары. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.