МИНЕҢ БАНК. ИПОТЕКА”, 1993 й. Өфөлә “Эре панелле йорттар төҙөү” акционерҙар банкыһы булараҡ ойошторола, 1997 й. алып «“Башэкономбанк” иҡтисадты үҫтереү акционерҙар банкыһы» ААЙ, 2007 й. — “Минең банк. Ипотека”, “Минең банк” банкылар төркөмө (Мәскәү) составына ингән. 2014 й. эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Юридик һәм физик шәхестәр өсөн банк хеҙмәттәренең тулы спектрын күрһәткән (ҡара: Коммерция банкыһы, Банкылар), эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше халыҡҡа ипотека кредиты биреү булған. Составына Нефтекама, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Туймазы, ш. уҡ Ижевск, С.‑Петербург ҡҡ. офистар; БР ҡалаларындағы һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендәге 18 вәкиллек ингән. 2010 й. 200‑гә яҡын кеше эшләгән. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке