МИНДӘК РУДНИГЫ, мәғдән булмаған төҙөлөш материалдары, ағас- таҡта һ.б. етештереү пр‑тиеһы. 1931 й. Учалы р‑нында “Башзолото” тресы составындағы Миндәк приискыһы булараҡ ойошторола, 1954 й. алып “Южуралзолото” тресының (Мейәс ҡ.), 1967 й. — “Уралзолото” берекмәһенең (Свердловск ҡ.) М.р., 1992 й. — “Башзолото” ДУП‑ы, 1997 й. ябыла. Составына шахта, байыҡтырыу ф‑каһы, Поляковка участкаһы (драга, һибелмә алтын йыуыу өсөн 3 гидравлик ҡулайлама) ингән. Миндәк алтын мәғдәне ятҡылығын һәм Миндәк, Урал, Уй йй. басс. һибелмә ятҡылыҡтарҙы эшкәрткән. 1997 й. 319 кеше эшләгән.

Ш.Ә.Маннанов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.