АРҘАШИРОВА Өммөгөлсөм Тәлғәт ҡыҙы (7.4.1951, Өфө), педагог. Пед. ф. д‑ры (1994), проф. (1995). ТР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2010), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Өфөнөң урта махсус уҡыу йорттарында эшләй. 1978 й. алып БДПУ‑ның эстетик белем биреү каф. уҡытыусыһы, 1995—2002 йй. мөдире, бер үк ваҡытта 2002 й. башлап Көнсығыш иҡт.-юридик гуманитар акад. художество һәм соц.‑пед. каф. мөдире. 2003 й. алып — Бизнес, психология һәм идара итеү ин‑тында (Мәскәү) “Дизайн” ф‑ты, 2005 й. башлап һынлы сәнғәт һәм дизайн ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 2009 й. тиклем Татар гуманитар‑пед. ун‑тының (Ҡазан) сәнғәт теорияһы һәм художестволы белем биреү каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре бөгөнгө донъяла шәхестең рухи йәшәйеше проблемаларын хәл итеүҙә сәнғәт ғилеме, сәнғәт гносеологияһы проблемаларына һ.б. арналған. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Интеграция музыкального искусства с естественно-математическими и гуманитарными науками в педвузе. М., 2001; Образ матери в изобразительном искусстве: (опыт мастеров мировой живописи). Казань, 2008.

В.С.Хазиев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке