МИЛЛИ ИҠТИСАД, билдәле бер илдең, конкрет дәүләттең бөтөн бер хужалыҡ, соц., ойоштороу системаһы булараҡ ҡаралған иҡтисады, тәбиғәт- экология, хеҙмәт, етештереү, фән-техника һәм техника-технология, мәғлүмәт-идара итеү, финансты үҙ эсенә алған дөйөм иҡт. потенциалға эйә; дәүләт идара итеүе һәм көйләүе, муниц. үҙидара, баҙар мөнәсәбәттәре шарттарында эш итә. Ил иҡтисадының бөтә кимәлдәре (дәүләт- ара, дөйөм дәүләт, тармаҡ, төбәк, муниц., хужалыҡ иткән субъекттар, эшҡыуарҙар, йорт хужалыҡтары һ.б.) йыйылмаһын үҙ эсенә ала. Рәсәйҙә М.и. төшөнсәһе баҙар иҡтисады шарттарында барлыҡҡа килә. М.и. структураһын өйрәнеү өсөн Дөйөм Рәсәй иҡт. эшмәкәрлек төрҙәре классификаторы ҡулланыла, унда 1800‑ҙән ашыу төрлө позиция ҡарала (ҡара: Иҡтисад). 2003 й. тиклем Дөйөм Союз халыҡ хужалығытармаҡтары классификаторы ҡулланыла, унда пр‑тиелар һәм ойошмалар дөйөм хеҙмәт бүленеше системаһында башҡарған функцияларының характерына ҡарап айырылған тармаҡтар (бөтәһе 800‑гә яҡын) б‑са төркөмләнә. Унда ш. уҡ йыйылма тармаҡтар ҡарала: һыу хужалығы, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү, сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте, төҙөлөш материалдары сәнәғәте һ.б. Эре тармаҡтар эсендә бер генә төр продукция сығарған пр‑тиеларҙы йәки билдәле бер ижт. функция үтәүгә бәйле учреждениеларҙы, ойошмаларҙы берләштергән ваҡ тармаҡтар айырыла. Планлы иҡтисад йылдарында халыҡ хужалығы балансы төҙөлә, унда матди етештереү һәм матди етештереүгә ҡарамаған өлкә тармаҡтары айырып ҡарала. Матди етештереүгә ҡарамаған өлкәгә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, халыҡ мәғарифы, һаулыҡ һаҡлау һәм физик культура, соц. һәм пенсия тәьминәте, мәҙәниәт һәм сәнғәт, фән һәм фәнни хеҙмәтләндереү, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүҙең матди етештереүгә бәйле булмаған төрҙәре, пассажирҙар транспорты һәм элемтә, финанс, кредит, страховкалау, идара итеү, йәмәғәт берекмәләре инә. Халыҡ хужалығында илдең (субъекттың) халыҡ-ара (район-ара) хеҙмәт бүленешендә (ҡара: Тышҡы сауҙа) урынын билдәләгән махсуслашҡан тармаҡтар һәм субъекттарҙың урындағы ихтыяждарын хеҙмәтләндергән, район өсөн мөһим булған тармаҡтар айырылып тора. БР халыҡ хужалығының махсуслашҡан тармаҡтары булып нефть сығарыу һәм эшкәртеү, химия һәм нефтехимия, машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү, металлургия һ.б. тора. Район эсендәге мөһим тармаҡтарға бер нисә сәнәғәт тармағы (аҙыҡ‑түлек, еңел, лак-буяу, ағас эшкәртеү, төҙөлөш материалдары сәнәғәте һ.б.), агросәнәғәт комплексы, төҙөлөш индустрияһы, хеҙмәтләндереү тармаҡтары (энергетика, транспорт, элемтә, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы), соц. инфраструктура, идара итеү тармаҡтары инә.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.