МИЛЛИ БАЙЛЫҠ, илдең финанс йөкләмәләре ҡиммәтенә кәметелгән иҡт. активтары йыйылмаһы. Иҡт. активтар — институциональ берәмектәрҙең милек хоҡуғы булып, уларға эйә булыуҙан йәки улар м‑н файҙаланыуҙан табыш алынған иҡт. объекттар (схеманы ҡара). СССР барлыҡҡа килгәндән һуң тәүге йылдарҙа Үҙәк статистика идаралығы 1923—24 йй. халыҡ хужалығы балансын төҙөү сиктәрендә илдең халыҡ байлығын иҫәпләп ҡарай. Халыҡ байлығы халыҡ килеменә һәм халыҡ мөлкәтенә бүленә, ш. уҡ ваҡытта был методика әйләнештәге фондтарҙы, затлы металдарҙы, дәүләт заёмы ҡағыҙҙарын иҫәпкә алмай. Артабан СССР һәм союздаш республикалар кимәлендә М.б. балансы билдәле бер ваҡытҡа бөтә йәмғиәт, айырым коллективтар, айырым соц. төркөмдәр һәм халыҡ милкендә булған матди ресурстар (етештереү һәм етештереүгә ҡарамаған фондтар, халыҡтың йорт мөлкәте) йыйылмаһы булараҡ ҡарала. Рәсәйҙең баҙар иҡтисадына күсеүе халыҡ хужалығы балансы системаһын милли иҫәптәр системаһына алмаштырыуға, һәм ошоға ярашлы, М.б. составының үҙгәреүенә килтерә. БР‑ҙа 2012 й. М.б. 8,3 трлн һум, ш. иҫ. яһалма активтар — 1,7, яһалма булмағандары — 6,6 трлн һум тәшкил итә. Асыҡланған нефть запастарының хаҡы 3,0 трлн һумға баһалана,__ был БР‑ҙың бөтә минераль-сеймал ресурстары хаҡының 45,4%‑ын тәшкил итә.

Әҙәб.: Региональная экономика /К.Н.Юсупов [и др.]. М., 2006. 

А.В.Йәнгиров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Илл.: Иҡтисади активтар классификацияһы

Текст на русском языке