МИЛЕК, матди һәм матди булмаған байлыҡтарҙы үҙләштереү—тартып алыу сәбәбе б-са һәм процесында субъекттар (индивидуаль, коллектив, ойошма, дәүләт) араһындағы мөнәсәбәттәр. Конкрет субъектта аҡса м-н баһаланған матди (мөлкәт, тәбиғәт ресурстары, продукция һ.б.) һәм матди булмаған (эшсе көс, сауҙа маркаһы, уйлап табыу, ҡиммәтле ҡағыҙ һ.б.) объекттарға барлыҡ йәки айырым хоҡуҡтарҙың булыуы м‑н айырылып тора. Милектең төп формалары: хосуси (физик йәки юридик шәхестәр М.), шәхси, коллектив, кооператив, корпоратив һәм акционерҙар М. бүленә; һәм йәмәғәт (халыҡ) М. (РФ-та дәүләт һәм муниц.). Дәүләт милке өлөшө м-н Рәсәй, сит илдәр, берлектәге Рәсәй һәм сит илдәр, ҡатнаш Рәсәй һәм сит илдәр (ҡара: табл.) М. айыралар. Дәүләт М. федераль һәм РФ субъекты М. сиктәре РФ һәм уның субъекты хөкүмәттәре араһындағы килешеү м-н көйләнә. Рәсәйҙә 1917—20 йй. ерҙәрҙе, шәхси пр‑тиеларҙы һәм банкыларҙы национализациялау, яңы иҡтисади сәйәсәт осоронда — национализацияланған ваҡ сәнәғәтте өлөшләтә хужаларына кире ҡайтарыу, 30‑сы йй. — тотош коллективлаштырыу һәм кооперация тормошҡа ашырыла. 30-сы йй. уртаһында кооператив мөлкәттең байтаҡ өлөшө дәүләт М. күсә, 1950—80 йй. колхоздар базаһында совхоздар төҙөлә. 90‑сы йй. етештереү сараларына дәүләт М. монополияһы бөтөрөлә (ҡара: Хосусилаштырыу); граждандар үҙ М. м‑н эш итеү хоҡуғы ала. БР-ҙа М. формалары структураһы (%): хосуси предприятиелар, ш.иҫ. ҡулланыусылар кооперацияһы пр‑тиелары — 79,6, дәүләт М. пр‑тиелары — 3,5, муниц. — 9,6, йәмәғәт һәм дини ойошмалар — 4,7, ҡатнаш Рәсәй, ш. иҫ. сит ил берлектәге предприятиелары — 2,6 (2011).

Рәсәй Федерацияһында милек формаларының

классификацияһы

Рәсәй милке

Сит ил милке

Берлектәге Рәсәй һәм сит ил милке

Дәүләт милке өлөшө менән ҡатнаш Рәсәй милке

1.Дәүләт милке

а) федераль

б) РФ субъекттары

1.Халыҡ-ара ойошмалар

1.Берлектәге федераль һәм сит ил

1.Федераль милек өлөшө м-н ҡатнаш Рәсәй милке

2.Муниципаль

2.Сит ил дәүләттәре

2.РФ субъекттары һәм сит илдең берлектәге милке

2.РФ субъекттары  милке өлөшө м-н ҡатнаш Рәсәй милке

3.Хосуси

3.Сит ил юридик шәхестәре

3.Берлектәге муниципаль һәм сит ил

3.Федераль милек һәм РФ субъекттары  милке өлөшө м-н ҡатнаш Рәсәй милке

4.Даими сит илдә йәшәүсе рәсәй граждандары

4.Сит ил граждандары һәм гражданлығы булмаған кешеләр

4.Берлектәге хосуси һәм сит ил

4.Башҡа ҡатнаш Рәсәй милке

5.Ҡулланыусылар кооперацияһы

 

5.Йәмәғәт һәм дини ойошмалар (берләшмәләр) һәм сит ил уртаҡ милке

 

6.Йәмәғәт һәм дини ойошмалар (берләшмәләр)

 

 

 

7.Ҡатнаш Рәсәй милке

 

 

 

Г.Ф.Биғлова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.