МӘХМҮТОВ Фәүир Шәрифулла улы [2.8.1939, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Балтай а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 21.7.1988, ш. уҡ райондың Собханғол а.], Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1960—62 йй. һәм 1966—88 йй. “Востокнефтепроводстрой” тресында эшләй: изолировщик, торба һалыу краны машинисы. Усть-Балык—Ҡурған—Өфө— Әлмәт, Уренгой—Помары—Ужгород һ.б. магистраль үткәргес торбалар төҙөлөшөндә ҡатнаша. 1‑се (1985), 2‑се (1980) һәм 3‑сө (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Ғ.Фәрхетдинов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке