МӘХМҮТОВ Әнәс Хөсәйен улы [15.1.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Яңы Уҫман а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны)], иҡтисадсы. БР ФА акад. (1995), иҡт. ф. д‑ры (1983), проф. (1984). РСФСР‑ҙың (1990) һәм БАССР‑ҙың (1977) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1999). БАХИ‑ны (1955), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (Мәскәү, 1966) тамамлаған. 1955 й. алып ВЛКСМ Башҡ‑н өлкә ком‑тының бүлек мөдире урынбаҫары, секретары, 1959—63 йй. БАССР‑ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары. 1966 й. башлап БАХИ‑ның, 1967 й. — БДУ‑ның сәйәси экономия каф. мөдире. 1992—98 йй. Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. ректоры. Фәнни тикшеренеүҙәре сәйәси экономия методологияһына, төбәк иҡт. тергеҙеүгә, соц. үҫешкә, баҙар мөнәсәбәттәренең формалашыуына арналған. М. етәкс. БР‑ҙың соц.- иҡт. үҫешенең “Башҡортостан— 2015: үҫеш стратегияһы” оҙайлы стратегия концепцияһы эшләнә (2004). 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 1994—2011 йй. “Экономика и управление: научно-практический журнал” ж. баш мөхәррире. 1982—2005 йй. Рәсәйҙең Ирекле иҡт. йәмғиәтенең Башҡ‑н респ. идараһы рәйесе.

Х е ҙ м.: Промышленные комплексы и их эффективность. Уфа, 1968; Вопросы изучения и анализа межотраслевых связей экономических районов. М., 1973; Государство. Экономика. Реформы. Уфа, 1999.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Текст на русском языке