МӘРҘӘНШИНА Ләйлә Хәниф ҡыҙы [15.5.1927, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Маншыр а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны)], Соц. Хеҙмәт Геройы (1959). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1977). 1944 й. алып Дүртөйлө р‑нында уҡытыусы. 1946—85 йй. “Туймазанефть” НГДУ‑һында эшләй: нефть һәм газ сығарыу операторы, 1971 й. башлап профсоюз ком‑ты рәйесе урынбаҫары, НГДУ‑ның Техника йортонда техника кабинеты мөдире. Күп скважиналы хеҙмәтләндереү инициаторы, яңы быраулау техникаһын һәм нефть һурҙырыу технологияһын ғәмәлгә индереүҙә ҡатнаша. СССР ЮС‑ының 7‑се, БАССР ЮС‑ының 5‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1959), “Почёт Билдәһе” (1962) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке