МӘЛӘҮЕЗ ШӘКӘР ЗАВОДЫ, ААЙ. Сөгөлдөрҙән шәкәр, киптерелгән һығынды, һатыу өсөн эзбиз етештерә. Составында төп етештереү, эзбиз цехтары; һығынды киптереү бүлеге; сөгөлдөр ҡабул итеү пункттары һ.б. бар. 2012 й. 397 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1958 й. ойошторола, 1960 й. файҙаланыуға индерелә, 1994 й. хәҙ. статусын ала. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке