АРҘАТ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Мәҡсүт а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 45 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Һаҙ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 355 кеше; 1920 — 695; 1939 — 425; 1959 — 288; 1989 — 192; 2002 — 228; 2010 — 191 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мәҡсүт урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙендә мордва крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1891 й. (60 йортта 320 кеше иҫәпләнгән) алып А. утары булараҡ билдәле, унан 20 б. 20‑се йй. ҡарай Яңы А. утары айырылып сыҡҡан. 20 б. урталарында улар хәҙ. исемде йөрөткән ауылға ҡушылған. И.Ф.Буянов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.