МӘЛӘҮЕЗ УРМАН КОМБИНАТЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнгән. 1971 й. Мәләүез ағас тара з‑ды булараҡ ойошторола, 1978 й. Мәләүез ағас эшкәртеү з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1979 й. алып М.у.к., составына Мәләүез һал ағыҙыу контораһы (1964 й. асылған) инә, 1996 й. — ААЙ, 2002 й. ябыла. Составына ағас эшкәртеү (1971), корпуслы мебель (1989), арболит конструкциялар етештереү (1988), әҙерләү (1997) һ.б. цехтар ингән. 2001 й. 150 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған. 

М.Ә.Асҡарова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке