МӘЛӘҮЕЗ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛ‑ ДАРЫ ЗАВОДЫ, 1954 й. Мәләүез кирбес з‑ды булараҡ ойошторола, 1990 й. алып М.т.м.з. ҠП, 1995 й. — ААЙ, 2008 й. ябыла. Составына кирбес, минераль мамыҡ һәм унан әйберҙәр эшләү цехтары; стена бетоны һәм тротуар плиткаһы ташы етештереү участкаһы, балсыҡ карьеры һ.б. ингән. 2005 й. 442 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке