МӘЛӘҮЕЗ АҒАС ЭШКӘРТЕҮ КОМБИНАТЫ, ЯСЙ. Тәҙрә һәм ишек блоктары, погонаж изделиелар һ.б. етештерә. Составына ағас эш‑ кәртеү цехы, киптереү камералары блогы һ.б. инә. 2012 й. 110 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1949 й. ойошторола, 1952 й. “Башуглеразрезстрой” тресының М.а.э.к. булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1993 й. алып ЯАЙ, 2005 й. хәҙ. статусын ала. 

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке