МӘЗИТОВ Ғәзиз Юныс улы (25.8. 1935, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Баймаҡ ҡсб, хәҙ. Баймаҡ ҡ.), быраулау мастеры. 1952 й. алып Сибай ҡ. эшләй: 1954 й. тиклем МТС тракторсыһы; 1958—66 йй. һәм 1969—90 йй. “Башкиргеология” ПБ‑нда: 1961 й. алып быраулау мастеры, 1988 й. — Көньяҡ-Көнсығыш геол. разведка экспедиция диспетчеры, 1967—69 йй. Учалы геол. разведка экспедицияһының быраулау мастеры. Подольск баҡыр колчеданы ятҡылығын раз‑ ведкалауҙа ҡатнаша. СССР-ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1980). 3‑сө дәрәжә Хеҙмәт Даны орд. м‑н бүләкләнгән (1977).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке