“МЕТАЛЛИСТ” Б е л о р е т з а в о д ы, 1934 й. урындағы артелдәр базаһында ҡала сәнәғәт комб‑ты булараҡ ойошторола, 1972 й. алып “М.” Белорет з‑ды, составына бәйләү, селтәр туҡыу, ҡаҙаҡты ҡыҫып нәҙегәйтеү бүлектәре һәм механика участкаһы булған 1‑се, пружина, канат, сылбыр, каркас, механика бүлектәре булған 2‑се, тегеү, штамплау бүлектәре, механика участкаһы булған 3‑сө (Тирлән эшселәр ҡасабаһы) цехтар ингән. 1997 й. ДУП итеп үҙгәртелә, 2001 й. 2 ААЙ‑ға бүленә: “М.” Белорет з‑ды (2005 й. ябыла) һәм “Юлдаш” Белорет з‑ды (2006). 1999 й. 152 кеше эшләгән. Ҡаҙаҡ, каркастар, пружина, ҡорос селтәрҙәр һ.б. эшләп сығарған. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған.

О.В.Васина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке