АРҘАҠТЫ, Әрҙәкте, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Бөрйән р‑ны буйлап Кесе Нөгөш й. тамағынан Берәтәк й. (Нөгөш й. ҡушылдығы) тамағына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 30 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге 8 км, абс. бейеклеге 762 м (Ҡарағай Маяҡ тауы). Һыртта бейеклеге 500—762 м булған 9 түбә айырылып тора. Төньяҡ өлөшө тар, битләүҙәре текә, яҫы түбәле Маяҡ тауы (абс. бейеклеге 757 м) айырыла. Көньяҡ өлөшө оҙонлоғо 2—6 км, бейеклеге 300 м ашыу булған 5 ваҡ һырттан тора. Рельефының йырғыланыу тәрәнлеге төньяҡ өлөшөндә яҡынса 300 м, үҙәк өлөшөндә 350 м, көньяҡ өлөшөндә 250 м. Йылға үҙәндәре (тәрәнлеге яҡынса 200 м) А. меридиональ һәм киңлек йүнәлешендә киҫә, сикләнгән тәрән соҡорҙары бар. Өҫкө рифейҙың Елмәрҙәк свитаһының кварцитлы ҡомташтары, алевролиттары һәм һәүерташтарынан тора. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: көнбайыш битләү итәктәрен — киң япраҡлы имән һәм йүкә, көнсығышын ҡарағай ҡатыш ҡайын, саған, йыла урмандары биләй, ҡарағас осрай. Үҙәк өлөшөндә — йыла‑йүкә, өҫкө өлөшөндә имән-йүкә-ҡайын урмандары үҫә. Һырттың көньяҡ өлөшө “Алтын Солоҡ” заказнигына инә. Исеме “арҙаҡлы” һүҙенән алынған.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018