МЕТАЛЛ КОНСТРУКЦИЯЛАР ҺӘМ ИЗДЕЛИЕЛАР СӘНӘҒӘТЕ, ҡорос һәм алюмин төҙөлөш конструкциялары (ҡара: Металл конструкциялар); контейнерлы һәм йыйылмалы- һүтелмәле биналар һәм йорттар; етештереүгә ҡағылышлы (төҙөлөш металл изделиелары, а.х. һәм йәшелсә баҡсалары өсөн ҡорамалдар, металл транспорт тараһы, ҡара металлургия продукцияһына индерелгән метиздарҙан тыш башҡа изделиелар) һәм етештереүгә ҡағылмаған (хужалыҡ өсөн металл һауыт‑һаба, аш бүлмәһе йыһаздары, шәхси ҡулланыу әйберҙәре, физик культура һәм спорт инвентары, балалар майҙансыҡтары өсөн ҡорамалдар һ.б.) тәғәйенләнешле металл изделиелар етештереү б‑са эшкәртеү сәнәғәте тармағы. 19 б. уртаһында Өфө губ. а.х. ҡоралдарын, тимер, һауыт‑һаба, башҡа металл әйберҙәрҙе етештергән һөнәрселек кәсебе яйға һалына. 20 б. башында яҡынса 1800 тимерлек һәм 600 а.х. оҫтаханаһы иҫәпләнгән. Тау заводтары мейестәр өсөн һәм ҡойоп эшләнгән нәфис әйберҙәр, рәшәткәләр, ҡоймалар, тимер һауыт-һаба, аш приборҙары, шәмдәлдәр, портсигарҙар, үтектәр һ.б. эшләп сығарған. Индустриялаштырыу йылдарында завод һәм фабрикалар төҙөлөшөндә металл конструкциялар киң ҡулланыла башлай. 1934 й. БАССР‑ҙа металл изделиелар 14 пр‑тиела һәм производствола эшләнә, сәнәғәт етештереүенең дөйөм күләмендә уларҙың өлөшөнә 11,3% тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында металл изделиелар етештереү илдең көнбайыш төбәктәренән эвакуацияланған пр‑тиелар иҫәбенә күпкә арта. 40‑сы йй. алып металл конструкциялар бөтә ерҙә (биналар һәм ҡоролмаларҙың терәк каркастары, технологик ҡулайламалар, төтөн торбалары, нефть вышкалары, мачта ҡоролмалары, электр тапшырыу линияһы таяуҙары, күпер тороҡтары, эстакадалар һ.б.) ҡулланыла. 2004 й. тармаҡта “Блокжилкомплект”, “Востокнефтезаводмонтаж”, “Лита”, Өфө металл конструкциялар з‑ды, Өфө нефть машиналары эшләү заводы һ.б. пр‑тиелар эшләй. Производствоның динамикаһын табл. ҡарағыҙ. 2012 й. БР‑ҙа әҙер металл изделиелар етештереү м‑н 519‑ҙан ашыу пр‑тие шөғөлләнгән, 18,6 млрд һумлыҡ продукция ебәрелгән. “Мәләүез металл конструкциялар заводы” ААЙ, “Металлоконструкция Востокнефтезаводмонтаж” ЯСЙ (Салауат ҡ.), “Нефтемонтаждиагностика” ЯАЙ (Өфө), “Уралтехнострой‑Туймазыхиммаш” ААЙ иң эре пр‑тиелар булып тора.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Башҡортостан Республикаһында металл конструкциялар һәм әйберҙәр етештереү

 

1990

1995

2000

2004

Предприятиелар һәм ярҙамсы производстволар һаны

151

109

85

100

Сәнәғәт продукцияһы күләме (эштәр, хеҙмәттәр), млн һум

179,0

163,6

553,3

891,2

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.