МЕНЕДЖМЕНТ (ингл. management), ойошмаларҙың үҙҙәре башҡарған эштең һөҙөмтәле булыуын арттырыу өсөн эшләнгән һәм ҡулланылған идара итеүҙең принциптары, ысулдары, саралары һәм формаларының йыйылмаһы. М. етештереү, технологик, инновация, дәүләт, муниц., финанс, инвестиция һ.б. төрҙәрен айырып йөрөтәләр. М. төп бүлектәре: ойоштороу, мотивация, коммуникациялар, конфликттар м‑н идара итеү, ҡарарҙарҙы ҡабул итеү моделдәре һәм ысулдары, персонал М. һәм үҙ менеджменты. 20 б. 90‑сы йй. иҡтисади реформалары проф. М. кәрәк булыуын иҫбатлай. БР‑ҙа М. өлкәһендәге белгестәрҙе Авиация техник университетында, Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында, Башҡорт дәүләт университетында, Иҡтисад һәм сервис университетында һ.б. әҙерләйҙәр. М. фән булараҡ әүҙем үҫешә. БР‑ҙа М. психологияһы (А.Р.Ҡудашев), М. социологияһы (Й.М.Ғиләжетдинов, В.Д.Голиков, Р.Т.Нәсибуллин), инновация М. (Л.С.Вәлинурова), етештереү М. (В.Г.Карпов), дәүләт һәм муниц. М. кеүек йүнәлештәре үҫеш ала.

М.И.Халиҡов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.