МЕЛИХОВ Василий Михайлович (13.7.1914, Ырымбур губ. Богородское а. — 7.7.1990, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1932 й. алып Златоуст, Ҡытаутамаҡ ҡҡ. эшләй (икеһе лә — Силәбе өлк.), 1940 й. — “Башнефтезаводы” тресының 7‑се төҙөлөш идаралығының слесарь‑монтажсыһы, 1943 й. — Красноводск ҡ., 1946 й. — “Нефтезаводмонтаж” тресының 10‑сы монтажлау идаралығы бригадиры (Октябрьский ҡ.), 1950— 89 йй. “Востокнефтезаводмонтаж” тресында (Өфө): 1952 й. башлап слесарь‑монтажсылар бригадиры, 1987 й. — 1‑се Өфө монтаж идаралығының ярҙамсы хужалығы мөдире. Респ. нефть эшкәртеү һәм нефтехимия пр‑тиеларында нефть ҡыуыу, термик крекинг, майҙарҙы, парафинды селектив таҙартыу, каталитик риформинг, гидрокрекинг һ.б. ҡулайламаларҙы төҙөүҙә ҡатнаша. Ленин орд. м-н бүләкләнгән (1966). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Текст на русском языке