МӘЛӘҮЕЗ АҘЫҠ‑ТҮЛЕК КОМ‑ БИНАТЫ, “П И М Е К О”. 1948 й. икмәкхана булараҡ асыла, 1958 й. алып Мәләүез район аҙыҡ‑түлек комб‑ты составына инә, 1975 й. — Мәләүез икмәк комб‑ты, 1994 й. — М.а.‑т.к. ААЙ, 2010 й. ябыла. Составына икмәк‑ҡалас (1948 й. асыла), кондитер (1993), үҫемлек майы һәм он етештереү (1986) цехтары ингән. 2004 й. 523 кеше эшләгән. 170 төр продукция етештергән, ш. иҫ. икмәк, икмәк‑ҡалас изделиелары, печенье, прәниктәр, мармелад, кәнфит, драже, кукуруз таяҡсалары, кеҫәл, кеүәҫ һ.б. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған. 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке