“МЕДТЕХНИКА”, ДУП. Медицина техникаһын һатыу һәм файҙаланыуға бәйле техник хеҙмәттәрҙең тулы комплексын башҡара. Өфөлә урынлашҡан. Составында сервис үҙәге (1994 й. асылған); производство‑төҙөлөш монтажлау участкаһы (1983); метрология хеҙмәте (1980), көмөштө регенерациялау (1981); Белорет, Бөрө (икеһе лә — 2000), Нефтекама (1967), Октябрьский (1958), Салауат (1955), Сибай (2000), Стәрлетамаҡ (1955), Өфө (1953) ҡҡ., Дыуан р‑ны Мәсәғүт а. (2000) техник сервис хеҙмәттәре; Белорет, Бөрө, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында. “М.” фирма магазиндары бар. 2012 й. 342 кеше эшләгән. Продукцияһын һәм хеҙмәттәрен ҡулланыусылар — БР‑ҙың мед. ойошмалары һәм учреждениелары, халҡы. 1953 й. мед. техникаһын ремонтлау һәм монтажлау б‑са оҫтахана булараҡ нигеҙ һалына, 1976 й. алып мед. техникаһын ремонтлау з‑ды, 1988 й. з‑д “М.” Башҡ‑н идаралығы (1965 й. нигеҙ һалынған) м‑н “М.” Производство‑сауҙа берекмәһенә берләштерелә, 1995 й. алып Башҡ‑н производство‑сауҙа пр‑тиеһы, 1999 й. башлап ошо уҡ исемдәге ДУП. 1997—2000 йй. пр‑тиела РФ‑та тәүгеләрҙән булып “БР‑ҙың дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларының медицина техникаһы паркының торошо мониторингы” төбәк автоматлаштырылған мәғлүмәттәр системаһы эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. Пр‑тиела ISО 9001:2000 сифат менеджментының халыҡ‑ара системаһы индерелгән (2006). 

А.У.Кинйәбулатов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.