МЕДИЦИНА СТРАХОВКАЛАУЫ, һаулыҡ һаҡлауҙа халыҡ мәнфәғәттәрен соц. яҡлау формаһы, страховка осрағы килеп тыуғанда мед. ярҙамы алыуҙы һәм иҫкәртеү сараларын финанслауҙы гарантиялай. РФ граждандарының мотлаҡ М.с. һәм ирекле М.с. хоҡуғы бар. Мотлаҡ М.с. дәүләт социаль страховкалауының бер өлөшө булып тора; граждандарға мед. ярҙамы алыуға тиң мөмкинлектәр бирә; ирекле М.с. (коллектив һәм индивидуаль) мотлаҡ М.с. программалары м‑н билдәләнгәндән тыш өҫтәмә мед. һәм башҡа хеҙмәт күрһәтеүҙе тәьмин итә. Мотлаҡ М.с. аша эшләмәгән халыҡты страховкалаусылар булып РФ субъекттарының башҡарма власть органдары тора, эшләгән халыҡты страховкалаусылар — шәхси эшҡыуарҙар сифатында теркәлгән ойошмалар, физик шәхестәр, шәхси нотариустар, адвокаттар, хеҙм‑рҙәр м‑н килешеүҙәр төҙөгән физик шәхестәр; ирекле М.с. аша страховкалаусылар — граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлаусы юридик хоҡуҡлы граждандар һәм (йәки) пр‑тиелар. Страховкалаусылар булып страховканы ғәмәлгә ашырған мед. ойошмалары тора. Граждандарҙың, фактик түләнгән страховка взносы күләменә ҡарамаҫтан, илдең бөтә терр‑яһында күләме һәм сифаты б‑са килешеү шарттарына ярашлы страховкалаған мед. ойошмаһын, учреждениены, табипты һайлауға, мед. ярҙамы, уңайлыҡтар алыуға хоҡуғы бар. Мотлаҡ М.с. дәүләт системаһының финанс саралары страховкаланыусыларҙың мотлаҡ М.с. бүлемдәренән, ирекле М.с. — пр‑тиелар табышынан (килеменән) һәм граждандарҙың шәхси аҡсаһынан төҙөлә. Башҡортостанда Мотлаҡ М.с. терр. фонды эшләй (системаның финанс тотороҡлоғона булышлыҡ итә, мотлаҡ М.с. йүнәлтелгән аҡсаның һөҙөмтәле файҙаланылыуын контролдә тота һ.б.). 2012 й. фондтың килеме 26,9 млрд һум тәшкил иткән, ш. иҫ. БР бюджетынан бушлай керем — 3,4 млрд һум, Федераль фондтан мотлаҡ М.с. респ. программаһын бойомға ашырыуға — 16,8 млрд һум, “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проектына — 0,73 млрд һум, һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһын бойомға ашырыуға 4,8 млрд һум бүленгән. Фондтың сығымдары 26,7 млрд һум тәшкил иткән, ш. иҫ. мотлаҡ М.с. терр. программаһын үтәүгә — 20,7 млрд һум бүленгән. Мотлаҡ М.с. б‑са страховкалаусы мед. ойошмалары страховкалаған халыҡ һаны — 4058,1 мең кеше, шуларҙан__эшләмәгән халыҡ — 65,5%; 986,1 мең бер төрҙәге мотлаҡ М.с. полисы бирелгән.

Т.С.Алексеева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке