МЕДИЦИНА СӘНӘҒӘТЕ, дарыуҙар, медицина приборҙары, мед. өсөн тәғәйенләнгән әйберҙәр һәм техника етештергән сәнәғәт. Үҙ эсенә химик‑фарм. һәм мед.‑инструменттар сәнәғәттәрен, быяла, фарфор һәм пластик массанан мед. әйберҙәре эшләү производствоһын ала. Башҡортостанда М.с. барлыҡҡа килеүе 1905 й. Өфөлә Пастер ст. ойоштороуға бәйле. Быға тиклем дарыу әҙерләү м‑н дарыуханалар шөғөлләнгән. БР‑ҙа химик‑фарм. продукцияның һәм иммунобиол. препараттарҙың күпселек өлөшөн (95%‑тан ашыу) “Иммунопрепарат” һәм “Фармстандарт — Өфө витамин заводы” пр‑тиелары эшләп сығара. Мед. техникаһын һәм әйберҙәрен “Туймазыстекло” ААЙ (ампулалар, пробиркалар, дарыу өсөн флакондар); Өфө металл һәм пластмасса әйберҙәр заводы (протез ярым фабрикаттары, ҡултыҡ таяҡтары, инвалидтар өсөн кресло‑коляскалар); Өфө протезлау‑ортопедия предприятиеһы (корсеттар, бандаждар, ортездар, ортопедик аяҡ кейеме); ӨМЭПБ (канюлялар) етештерә. Мед. аппаратураһы, мебель, техника, офтальмохирургия өсөн материалдар, контактлы яҫмыҡтар, аҙыҡ өҫтәмәләре, бинттар һ.б. күп кенә әйберҙәр бәләкәй предприятиелар тарафынан эшләп сығарыла (ҡара: “Валеро”, “Кверти‑Мед”, “Оптимедсервис”). БР сәнәғәт продукцияһының дөйөм күләмендә М.с. өлөшө 1,1% тәшкил итә (2004). Дарыуҙар етештереү (млн һум): 2004 — 2080; 2005 — 2422; 2010 — 13037. Продукция БР‑ҙа, РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын сит илдәргә сығарыла. М.с. өсөн белгестәр БДМУ‑ла, Бөрө медицина‑фармацевтика колледжында һ.б. әҙерләнә. Шулай уҡ ҡара: Биологик актив матдәләр, Синтетик дарыу берләшмәләре, Микробиология сәнәғәте.

А.У.Кинйәбулатов, Ш.С.Сәйфуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке